стихи на 8 марта( на башкирском)
Тып-тып тама тамсылар
Йырлап байрам көйөнә
Байрам бөгөн тейеп хатта
Тамсыларза һөйөнә
Мин һине яратып
Иркәләп торормын
Мин һиңә тормошта
Таяныс булырмын
Яҙын ҡояш нурында
Ирей ҡар бөртөктәре
Бөгөн беҙҙә ҙур байрам
әсәйҙәрҙең байрамы.
Бүләккә әсәйҙәргә
Сәскәләр бирергә
Урманға барайыҡ дуҫтар
Йыяйыҡ матур сәскәләр!
Һигеҙенсе март килде тип
Ҡоштар һайрай тирәктә
Ҡоштар моңо,ҡояш-нуры
әсәйҙәргә бүләккә.
әсәй,әсәй,ҡәҙерлем
мәңге йәшә донъяла
бүләк иттең һин мине
тылсымлы был донъяға
әсәкәйем,гүзәлем
күҙ нурым һин гөлкәйем.
Нурланып сыҡҡан ҡояштай
Яҡты һинең йөҙкәйең
әсәнән дә бөйөгөрәк
бармы ҡәҙерле исем?!
шуға әсәйҙәр байрамы
байрам бөтәбеҙ өсөн!
иң тәүге нәфис сәскәләр
әсәйҙәр өсөн үҫкән.
яҙғы моңдар таңғы нурҙар
шул сәскәләргә күскән.
мин яратам әсәйемдең
сәсен тарап үргәнен
тағын уның ихлас итеп
өй балкытып көлгәнен
әсәкәйем берҙән-берем
изге һинең уйҙарың
яҙғы гөлдәр кеүек
наҙлы йомшаҡ ҡулдарың.
Социальные закладки